06:26 (UTC+5), 06 Октября 2010

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек саралары тулыһынса үтәлде

"Башинформ"
5 октябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченко видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренең 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлеге тикшерелде.
Башҡортостандың дөйөм федераль кампанияға әҙерлеге тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек буйынса комиссия рәйесе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны.
Ул 29 сентябрҙә Башҡортостанда республика Президенты етәкселегендә үткәрелгән видеоселектор кәңәшмәһе тураһында хәбәр итте. Дөйөм алғанда, бөтә әҙерлек саралары үтәлгән. Ҡала һәм райондарға иҫәп алыу бланкалары, башҡа кәрәкле документация һәм матди-хужалыҡ тәьминәте тулы күләмдә илтелгән. Инструктор һәм иҫәп алыу участкалары өсөн 1822 бина һайлап алынған, улар мебель, элемтә саралары менән йыһазландырылған. Шулай итеп, иҫәп алыусы персоналдың һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.
Округ комиссияһы рәйесе урынбаҫары Галина Полякова Башҡортостанды иҫәп алыу кампанияһын транспорт менән хеҙмәтләндереүгә тәүгеләрҙән булып договор төҙөүсе төбәктәрҙең береһе тип билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 октябрҙән 25-енә тиклем үтәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика