Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2010, 13:12

Автотранспортты газға күсереү һауаны бысратыуҙы кәметте

Автотранспорт — республикала атмосфера һауаһын бысратыусы төп сығанаҡ. Былтыр автомобилдәр һауаға 656,2 мең тонна бысратыусы матдәләр бүлеп сығарҙы. Дөрөҫ, был элгәре йылдан 8 процентҡа кәмерәк.
Бындай кәметеүгә автомобилдәрҙе экологик саф яғыулыҡ төрҙәренә күсереү иҫәбенә өлгәшелде.
Республикала автотранспортты газға күсереү уңышлы тормошҡа ашырыла. 2010 йыл башында Башҡортостанда 83 меңдән ашыу газ баллоны менән автомобилдәр һәм 104 автомобилдәрҙе газ менән заправкалау станцияһы иҫәпләнде.
60 техник үҙәк транспортты газ яғыулығында эшләү өсөн үҙгәртеп ҡороуҙы тәьмин итә. Төп Рәсәй һәм Италия етештереүселәренән газ баллоны ҡорамалдары килтереү ойошторолған.
Автор:Светлана Ғәфүрова
Читайте нас: