Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2010, 18:01
Ғ.Камал исемендәге татар театры гастролдәр менән Өфөгә килә
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәре Өфөлә 18 октябрҙән 31 октябргә тиклем үтәсәк. Бындай оҙайлы гастролдәр юбилей саралары сиктәрендә ойошторола — киләһе йылда Камал театрына 105 йыл тула.
Театрҙың Өфөлә ике аҙна булыуы осоронда иң яҡшы туғыҙ спектакле күрһәтеләсәк – «Йәш йөрәктәр», «Ҡурсаҡ туйы», «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «41-ҙең арбалы ҡатындары», «Диуана», «Тәҡдир», «Мылтыҡ», «Бәпәй», «Люстра».
Гастролдең һуңғы көнөндә, 31 октябрҙә, тамашасыларға драматург Зөлфәт Хәкимовтың 50 йәшенә арналған бенефис-концерты тәҡдим ителәсәк.
Спектаклдәр 12 һәм 19 сәғәттәрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә барасаҡ.
Автор:
Әлфиә Әһлиуллина
Теги:
театрҙар
гастролдәр
Читайте нас: