Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.87
-1.46
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2010, 11:46

ӨДНТУ-ла БР Президентының исемле стипендияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы студенттарына Башҡортостан Республикаһы Президентының исемле стипендияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
Юғары статусҡа быйыл 37 кеше лайыҡ булған. Бынан тыш, ошо уҡ көндө Өфө дәүләт нефть техник университетының Ғалимдар советы стипендиялары ла биреләсәк.
7 һәм 8 октябрҙә ошондай уҡ тантаналар Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт аграр университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, Өфө дәүләт авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, шулай уҡ З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында үткәреләсәк.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: