06:31 (UTC+5), 01 Октября 2010

Иртәгә Спорт һарайы алдындағы майҙанда һөнәрселек училищелары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк

Эльмира Сабирова
Шәмбе, 2 октябрҙә, Өфөлә башланғыс һәнәри белем биреү учреждениелары продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Спорт һарайы алдындағы майҙанға республиканың 93 һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары уҡыусылары йыйыласаҡ. Күргәҙмәгә йәштәр үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен алып киләсәк. Буласаҡ ашнаҡсылар һәм кондитерҙар өфөлөләргә - кондитер продукцияһын, столярҙар мебель тәҡдим итәсәк. Текстиль һәм металдан етештерелгән изделиелар ҙа буласаҡ. Күп кенә училищелар һәм лицейҙарҙың үҙҙәренең хужалыҡтары бар. Уларҙың продукцияһы — бал, йәшелсә культуралары, иген дә ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ.
БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был сара егерменсе тапҡыр ойошторола һәм Республика көнө менән башланғыс һөнәри белем биреүҙең 70 йыллығына арнала.
Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгенең ижади коллективтары концерты йәрминкәгә байрам кәйефе бирәсәк. Ә милли башҡорт тирмәләре уның бер биҙәге буласаҡ.
Йәрминкә сәғәт 10-дан 16-ға тиклем эшләйәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика