10:01 (UTC+5), 30 Сентября 2010

Башҡорт дәүләт аграр университеты юбилейын билдәләргә әҙерләнә

Эльмира Сабирова
1930 йылда ауыл хужалығы институты булараҡ ойошторолған Башҡорт дәүләт аграр университеты юбилей тантаналарына әҙерләнә.
Бөгөн был ауыл өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе илдең төп юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора. Ул билдәле ғилми мәктәптәргә, юғары квалификациялы уҡытыусы кадрҙарға, заманса технологик һәм мәғлүмәт базаһына эйә. Вуздарҙың йыл һайын үткәрелгән мониторингы һөҙөмтәләре буйынса БДАУ илдең 59 ауыл хужалығы вузы араһында тәүге иң яҡшылар тиҫтәһенә инә. Ул 50,5 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарҙы.
Бөгөн университетта 34 белгеслек, дүрт юғары профессиональ белем бакалавриаты йүнәлеше буйынса студенттар уҡытыла, ғилми эшмәкәрлек алып барыла. Иң популяр факультеттар араһында – энергетика, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы, иҡтисад, ауыл хужалығын механизациялау. Юбилей йылында бында өс яңы белгеслек асылды: «һыу ресурстары һәм аквакультура (балыҡсылыҡ)», «биология (һунарсылыҡ буйынса)», «туризм».
Был көндәрҙә факультеттарҙа университеттың 80 йыллығына арналған юбилей саралары үтә. Байрам кульминацияһы булып 15 октябрҙә Йәштәр һарайында үтәсәк тантаналы йыйылыш һәм концерт торасаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика