04:01 (UTC+5), 29 Сентября 2010

Өфөлә өмәләрҙә 115 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Евгений Рәхимҡолов
115 меңдән ашыу өфөлө 25 сентябрҙә үткән дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашты. Был турала ҡала башлығындағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Чернов хәбәр итте.
Ҡала халҡы көсө менән 4,7 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелгән, 2,6 мең ағас һәм 3,5 мең ҡыуаҡ ултыртылған. Студенттар, мәктәп уҡыусылары, йәштәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланы санитар таҙартыу буйынса айлыҡ Өфөлә 10 сентябрҙә старт алды. Айлыҡтың һәр йомаһы санитар көн тип иғлан ителгән.
— Ҡалған ваҡытта ҡалала урман массивтарын, гараж кооперативтарын, баҡсаларҙы япраҡтан таҙартыуҙы тиҙләтергә кәрәк, — тип иҫәпләй Владимир Чернов.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика