05:22 (UTC+5), 24 Сентября 2010

Йәш лидерҙар Өфөлә осраша

Эльмира Сабирова
Өфөлә йәштәрҙең Республика профсоюз форумы үтәсәк. Был сара республиканың баш ҡалаһында дүртенсе тапҡыр ойошторола.
«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәрҙең профактивын туплау, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булдырыу, йәштәргә профсоюз эше менән танышырға мөмкинлек биреү - форумдың төп маҡсаты.
Форум сиктәрендә команда ойоштороу һәм туплау, профсоюздарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, коллектив килешеүҙәр һәм һөйләшеүҙәр алып барыу методикаһы һәм практикаһы буйынса тренингылар үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ форум асылған көндә «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдындағы майҙанда йәштәрҙең «PROFдвижение» акцияһы һәм «Спутник-FM» радиостанцияһы менән берлектә радиоэфирҙа интерактив акция үткәреләсәк.
Форумды асыу тантанаһы 24 сентябрҙә 15.00-дә Профсоздар йорто алдындағы майҙанда башлана. Унан һуң ҡатнашыусылар «Восход» ял базаһына юлланасаҡ, унда өс көн дауамында форумдың төп эше үтәсәк. Форум эшенә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 26 сентябргә билдәләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика