Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.09
0
88.7
0
63.75
+0.49
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2010, 14:26

БР Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусылар өсөн сираттағы интернет-педсовет үткәрә

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты башланғысы менән әҙерләнгән интернет-педсовет дүшәмбе, 27 сентябрҙә, асыласаҡ. Сираттағы виртуаль форум уҡытыусыларҙың һәм мәғариф йәмәғәтселегенең иғтибарын уҡытыусылар - һөнәри конкурстар еңеүселәренең алдынғы тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу перспективаларына һәм проблемаларына йүнәлтә. Педсоветты ойоштороусылар әйтеүенсә, был тема көнүҙәк һәм кәрәкле, сөнки тармаҡҡа яңылыҡтарҙы индереү аныҡ кешенән – уҡытыусынан, уның профессиональ потенциалынан тора.
Интернет-педсоветта ҡатнашыу өсөн http://irorb.ru/ адресы буйынса Мәғарифты үҫтереү институты сайтында теркәлергә кәрәк.
Форум теүәл бер аҙнанан, 4 октябрҙә, тамамланасаҡ.
Автор: Эльмира Сабирова
Теги: мәғариф
Читайте нас: