Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2010, 18:49

Тәжрибәле юристан һорағыҙ

Шишәмбе, 28 сентябрҙә, "Версия Башкортостана" социаль-хоҡуҡи аҙналығында сираттағы “ҡыҙыу линия” үткәрелә. 15-00 - 17-00 сәғәттәрҙә телефон аша Өфө адвокаты Дамир Исмәғилев консультациялар бирәсәк.
Хеҙмәтләндереү тулыһынса бушлай, һәм быға мохтаж булыусылар барыһы ла мөрәжәғәт итә ала. Ни бары (347) 272-79-16 һандарын йыйырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ был даими рубрика. Граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үтә. Үрҙә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, квалификациялы юрисҡа үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирегеҙ. Был ике сәғәт эсендә бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версии Башкортостана" гәзитенең яҡындағы һандарында баҫыласаҡ.
Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең “Һеҙҙең хоҡуғығыҙ” ("Ваше право") даими рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Автор:Анжелика Ғиззәтуллина
Теги:хоҡуҡ
Читайте нас: