11:56 (UTC+5), 23 Сентября 2010

Алғы быяланың ҡара булғаны өсөн 500 һум түләргә тура киләсәк

Ольга Мортазина
Алғы быялаһын ҡарайтырға яратыусыларға бөгөнгө көндән штраф һалына башлай: уларға кеҫәһен 500 һумға “бушатырға” тура киләсәк. Алғы быяланың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Бөгөнгө көндән РФ Административ кодексының 12,5 статьяһына индерелгән үҙгәртеү көсөнә инә. Техник регламентҡа ярашлы, алғы ишектәрҙәге быялаларҙың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге - 70 проценттан, автомобилдең башҡа “тәҙрәләренеке” 60 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Бынан тыш, йылылыҡ йотоусы алғы быялалар аҡ, һары, ҡыҙыл, йәшел һәм күк төҫтәрҙе боҙоп күрһәтергә тейеш түгел. Был күрһәткестәрҙең барыһы ла техник тикшереү үткәндә махсус приборҙар ярҙамында билдәләнәсәк.
— Автоинспекторҙар байтаҡ юл-транспорт фажиғәләренә ҡара быялалар арҡаһында күреү мөмкинлегенең насарайыуы сәбәпсе икәнен әллә ҡасандан бирле әйтеп килә, - тип индерелгән яңылыҡҡа аңлатма бирә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте. — Күреү һәләте бигерәк тә тәүлектең ҡараңғы осоронда һәм насар һауа шарттарында боҙола. Шул уҡ мәлдә водителдәрҙең күбеһе был проблеманы күрергә теләмәй — беҙгә закон аша эш итергә тура килә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика