10:53 (UTC+5), 22 Сентября 2010

Спайстар модала түгел

Ольга Мортазина
Йыл башынан алып тәмәке ҡатнашмалары менән сауҙа итеүсе 72 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған, ә тартып алынған наркотиктар күләме центнерға еткән. Бында 77, 5 килограмм каннабис, 11,6 кг героин, 4,5 мәк һаламы, 4,3 гашиш майы һәм составында JWH-018 синтетик каннабиноиды булған 1,7 кг тәмәке ҡатнашмаһы инә. Наркополицейскийҙар тәмәке ҡатнашмаларын ҡулланыуҙың артыуын билдәләй, айырыуса был йәштәр мөхитендә күҙәтелә, һәм был модаға профилактик саралар һәм оператив рейдтар ярҙамында ҡаршы торорға тырыша. Рейдтар клубтар һәм күңел асыу үҙәктәрендә лә үткәрелә.
— Кешеләр тәмәке ҡатнашмаларына көслө тәьҫирле синтетик наркотиктар инеүен белергә тейеш. Уларҙы ҡулланғандан һуң йәштәр бик йыш көслө баш ауыртыуы, күтәрелгән ҡан баҫымы, күңел болғаныуы, аң юғалтыу, галлюцинациялар менән дауаханаларға эләгә. Спайстар ҡулланғандан һуң суицидтар факты ла теркәлгән. Һәм был “еңел” наркотик тәьҫирендә булған йәш егеттең әсәһе менән ағаһын һуйғанын өфөлөләр яҡшы хәтерләйҙер, әлбиттә, — тип иҫкәртә Башҡортостан наркоконтроленең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика