Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.31
0
91.08
0
69.21
-0.31
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2010, 15:18
Япраҡ ҡойолоуы Өфөлә янғындарға сәбәпсе булды
Япраҡ ҡойолоуы Өфө властарына мәшәҡәт арттырҙы. Бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев әйтеүенсә, ошо арала ҡороған үлән һәм япраҡтар арҡаһында ике ҙур янғын теркәлгән. Иң күләмлеһе Федоровка ауылы янында күҙәтелгән. Уттың таралыуына көслө ел сәбәпсе булған. Әммә ваҡытлы күрелгән саралар арҡаһында янғын таралыуҙан туҡтатылған һәм һүндерелгән. Ут йорттарға күсеп өлгөрмәгән.
— Янғындар мәсьәләһен бигерәк тә 25 сентябрҙә контролдә тоторға кәрәк буласаҡ, - ти Павел Качкаев. – Был көндө дөйөм ҡала субботнигы үткәреләсәк. Көслө янғындарға сәбәпсе буласаҡ сүп-сар яғыу осраҡтарын булдырырға ярамай.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
янғындар
Читайте нас: