11:15 (UTC+5), 20 Сентября 2010

«Йыһанды сүп-сарҙан таҙартайыҡ» акцияһы үткәрелә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Йома көндә, 24 сентябрҙә, Өфөлә тәүге тапҡыр «Clean Up the World» («Йыһанды сүп-сарҙан таҙартайыҡ») акцияһы үтәсәк. Унда мәктәпкәсә тиклем йәштәге балалар ҡатнашасаҡ.
Өфөнөң 35-се балалар баҡсаһының экологик проекттар координаторы Анастасия Баранова хәбәр итеүенсә, был учреждение балалары Рәсәйҙә проектта ҡатнашыусыларҙың иң йәше буласаҡ. Балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәселәре «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийынан алыҫ түгел урман зонаһын сүп-сарҙан таҙартыу өсөн тоҡ һәм көрәктәр тотоп сығасаҡ.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре экология проблемаларына битараф түгел. Быйыл сентябрҙә улар «Clean Up the World» халыҡ-ара экология ойошмаһы ағзалығына инде. Балалар баҡсаһында даими экология проекттары үткәрелеп торасаҡ, ә учреждение территорияһы «экологик саф зона» тип иғлан ителәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика