16:11 (UTC+5), 20 Сентября 2010

Өфө профессоры Болгария наградаһына лайыҡ булды

Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов
Башҡорт дәүләт университеты профессоры Леонид Васильев Болгария Республикаһы Президенты һәм Ҡораллы Көстәр юғары баш командующийы ҡурсауындағы Милли комитеттың «Фашизмды Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән наградланды. Был турала «Башҡортостан — Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова хәбәр итте.
Леонид Васильев илебеҙ генә түгел, шулай уҡ сит илдәр славистары даирәһендә лә яҡшы билдәле. БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, РФ-тың почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДУ-ның почетлы профессоры, ул илебеҙҙә болгар телен популярлаштырыуға ҙур өлөш индерҙе. Леонид Васильев – билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың болгар теленән рус теленә һәм рус теленән болгар теленә бик күп тәржемәләр авторы. Күп йылдар инде ул БДУ-ның студент-филологтарына болгар телен уҡыта.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика