“Елғыуар" фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә бүләкләнде
"Елғыуар" фильмы VI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә билдәләнде. Билдәле Рәсәй актеры Марат Башаров ҡатнашлығында "Башҡортостан" киностудияһының киң күләмле һуңғы проекты иң яҡшы сценарий өсөн бүләкләнде. Бүләкте сценарий авторҙары Айҙар Аҡманов менән Андрей Чернышев алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале Татарстандың баш ҡалаһында 16 сентябрҙә башланғайны. Фестиваль 28 илдән кинематографистарҙы йыйҙы, улар араһында Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Һиндостан, Сирия, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция ла бар ине. Кинофорум программаһына 51 фильм инде.
VI Ҡазан мосолман киноһы фестивален ябыу тантанаһы йәкшәмбе, 19 сентябрҙә, үтте. Голливуд йондоҙо Эдриан Броуди ("Пианист" фильмы), режиссер Сергей Соловьев, актер Олег Табаков һәм башҡалар тантананың абруйлы ҡунаҡтары булды, тип хәбәр итә "Татар-информ" мәғлүмәт агентлығы.