10:43 (UTC+5), 20 Сентября 2010

Башҡортостанға йылы килде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда был аҙна йылы булырға вәғәҙә итә. Башгидромет үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, кесе йомаға тиклем республикала һауа торошо артыҡ үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ температура 24 градус тәшкил итәсәк, ә ҡайһы бер райондарҙа һауа 28 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
— Иң йылы һауа торошо Стәрлетамаҡта һәм Туймазыла күҙәтеләсәк, — ти Анна Козаева. — Шул уҡ ваҡытта төнөн термометр бағанаһы бер градус йылыға тиклем төшәсәк.
Кесе йома атмосфера баҫымының кәмеүе көтөлә. Йома көнө республиканың ҡайһы бер урындарында ямғыр яуыуы ихтимал. Ял көндәре яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, ләкин һауа температураһы бер аҙ төшәсәк һәм 20 градус тирәһе тәшкил итәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика