07:27 (UTC+5), 17 Сентября 2010

Республика Аксаков көндәренә әҙерләнә

Әлфиә Әһлиуллина
Республика баш ҡалаһы ХХ Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәреүгә әҙерләнә. Был ваҡиғаға арналған төп саралар 24, 25 һәм 26 сентябрҙә Өфөлә, шулай уҡ Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үтәсәк.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрамға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҙур делегациялар килеүе көтөлә.
Ҡунаҡтарға йөкмәткеле программа тәҡдим ителәсәк. Мәҫәлән, 24 сентябрҙә Сергей Аксаковтың Өфөләге Мемориаль йорт-музейында бер юлы ике күргәҙмә асыласаҡ: Өфө губернаһының 145 йыллығына арналған " Аксаковтар заманында Өфө" һәм "Ольга Григорьевна Аксакованың ҡунаҡханаһы". Ошо көндө үк "АФ-Банк"тың операциялар залында "Аксаковтың тыуған иле" исеме аҫтында "батша фотографы" Сергей Прокудин-Горскойҙың тергеҙелгән төҫлө фотографиялар (1910 йыл) күргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ.
Шулай уҡ йома көндө Ҡасим ауылында (Шаҡша биҫтәһе), Сергей Аксаковтың олатаһының элекке имениеһында, балалар ижади коллективтары концерты үткәрелә. Байрам сараларына 11-се Аксаков мәктәп-гимназияһы ла ҡушыласаҡ, унда Аксаков дәресе үткәреләсәк. С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала был көндө "Хужабикә Пелагеяла ҡунаҡта" традицион балалар байрамы үтәсәк.
Кисен 24 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йыл һайын үткәрелеп килгән студенттар Аксаков балы һәм Сергей Аксаков исемендәге Әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Наградлау тантанаһы тамамланғас, ошонда уҡ Башҡортостан сәнғәт оҫталарының "Рус классикаһы шедеврҙары" Гала-концерты башланасаҡ.
Өфөлә башланған Аксаков көндәрен "Надеждино" Аксаков тарихи-мәҙәниәт үҙәгендә (Бәләбәй районының Надеждино ауылы), Бәләбәй ҡалаһында, Ҡырмыҫҡалы районында һәм Өфө районының Зубово ауылында саралар дауам итәсәк.
Мәҫәлән, 25 сентябрҙә Бәләбәй районында "Изге ер" фольклор байрамы үтәсәк, Дмитриев храмында ғибәҙәт ҡылыу үткәрелә. Байрамда ҡатнашыусылар шулай уҡ Сергей Аксаков исемендәге санаторийҙа буласаҡ, унда шифаханаға нигеҙ һалыусы һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ. Бәләбәй ҡалаһында 25 сентябрҙә "Өмөт ҡыңғырауҙары" Аксаков кисәһе үткәрелә.
Өфө районында байрам саралары – ҙур фольклор байрамы — йәкшәмбе, 26 сентябрҙә, Зубово ауылында үтәсәк. Шул уҡ көндө Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡы Аксаков хөрмәтенә байрам ойошторасаҡ.
Байрам 26 сентябрҙә Өфөлә Аксаковтың Мемориаль йорт-музейында тамамланасаҡ, унда "Байрам ҡунаҡтары Сергей Аксаковта ҡунаҡта" кисәһе үткәрелә.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика