Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.26
-0.1
15+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2010, 10:52
Өфө мәктәптәренә - светофор
Өфөнөң байтаҡ балалары өсөн бынан ары мәктәпкә йөрөү хәүефһеҙерәк буласаҡ. Ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, хәрәкәт ҡыҙыу булған урамдарҙа урынлашҡан мәктәптәр алдында 22 светофор ҡуйыу тураһында ҡарар ителгән. Элегерәк ата-әсәләр һәм педагогтар үтенесе буйынса был мәсьәлә ҡала депуттары менән бер тапҡыр күтәрелгәйне инде. Әммә ЮХХДИ алты светофор урынлаштырыуға ғына ыңғай яуап бирҙе.
— Әлеге ваҡытта, был мәсьәлә яңынан ҡаралғас, бөтә 22 светофорҙы ла ҡуйырға ҡарар ителде, - тине Ирек Ниғмәтуллин. – Һәм бөгөн Совет менән ҡала бюджетына тейешле төҙәтмәләр индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, был ҡарар үҙ сиратында светофорҙар ҡуйыуға средстволар бүлеүҙе лә күҙаллай.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
мәктәптәр
Читайте нас: