Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2010, 15:04

Республикала йәниҫәптең "ҡыҙыу линияһы” эшләй башланы

Кисә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2010 буйынса Башҡортостанстаттың "ҡыҙыу линияһы" эшләй башланы, уның номеры: 8-800-347-11-02.
Демографик статистика һәм халыҡ иҫәбен алыу бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың «ҡыҙыу линияһы» эш көндәрендә - 9 - 18 сәғәттәрҙә, ә октябрь дауамында – ялһыҙ 9 - 20 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Шылтыратыу абоненттар өсөн – бушлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябрҙән алып Рәсәй халҡы йәниҫәп буйынса бөтә һорауҙарҙы 8-800-200-14-25 берҙәм федераль номерына шылтыратып бирә ала.
Бынан тыш, халыҡ иҫәбен алыу буйынса һорауҙарҙы интернет селтәрендә perepis-2010 порталында ла бирергә мөмкин. Әйткәндәй, был сайтта йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар әле үк халыҡ иғтибарына сығарылған.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: