07:45 (UTC+5), 16 Сентября 2010

Рәсәйлеләр урман проблемаларына битараф түгел

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ун рәсәйленең туғыҙы халыҡҡа урман торошо, урман ултыртыу һәм ҡырҡыу пландары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе кәрәкле тип һанай. Был урман менән файҙаланыуға йәмәғәт контроле кәрәклеге тураһында рәсәйлеләр араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәһендә асыҡланған. Һорау алыуҙы ағымдағы йылдың сентябрь башында Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән, унда 1600 кеше ҡатнашҡан.
Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 83 проценты үҙҙәре йәшәгән урынға йәки дачаһына яҡын ерҙә урман ҡырҡыу пландары менән ҡыҙыҡһына. Был тема менән Мәскәү һәм Санкт-Петербург халҡы башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Урман мәсьәләһенә ауыл халҡы ла битараф түгел.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, респонденттарҙың 72 проценты урман ҡырҡыу пландары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдерә.
Һорау алыуҙан күренеүенсә, урманда законһыҙ әүҙемлек табылған осраҡта күптәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй. Шул уҡ ваҡытта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин урындарҙы белгән рәсәйлеләр, ә улар 33 процент, ярҙамды урман хеҙмәткәрҙәренән түгел, ә урындағы үҙидара органдарынан көтә. 32 процент прокуратура һәм милицияның ярҙамына өмөтләнә, халыҡтың биш проценты иһә юғары дәүләт чиновниктарына ышана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика