12:07 (UTC+5), 15 Сентября 2010

Ғәскәров ансамбле сентябрҙә Өфөлә өс концерт бирә

Әлфиә Әһлиуллина
28, 29 һәм 30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфөлә концерт бирәсәк. Был коллективтың оҙайлы йәйге ялдан һуң яңы миҙгелдәге беренсе сығыштары.
«Башинформ» агентлығына дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленән хәбәр итеүҙәренсә, «ғәскәровсыларҙың» бар өс концерты ла үҙҙәренең концерт залында үтәсәк. Мәктәп уҡыусылары өсөн артистар яңыртылған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Унда тамашасылар яратып өлгөргән башҡорт, татар, рус, украин, молдаван халыҡ бейеүҙәре инәсәк.
Өфөләге концерттарҙан һуң ике аҙна үткәс, 15 октябрҙә, коллектив республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап гастролдәргә сыға. «Ғәскәровсылар» Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, шулай уҡ Стәрлебаш, Миәкә һәм Ауырғазы райондарын урап ҡайтырға ниәтләй.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбленең яңы концерт миҙгелен асыу тантанаһы Өфөлә 29 октябргә билдәләнгән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика