Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
21+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2010, 17:27

«Родина» кинотеатрында Өфө епархияһының фотокүргәҙмәһе үтә

Өфөлә «Родина» кинотеатрының фойеһында «Өфө епархияһы: тарих һәм хәҙерге заман» фотокүргәҙмәһе асылды. Унда революцияға тиклемге һәм хәҙерге заман фоторәссамдарының эштәре ҡуйылған. Фотоларҙа епархияның дин әһелдәре һәм храмдары мәңгеләштерелгән, ХХ быуат аҙағында Өфөлә һәм республикала дин тергеҙелеүенең тарихы сағылдырылған.
Ағымдағы йылдың июнь – авгусында был фотоһүрәттәрҙең күп өлөшө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли киапханала күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Халыҡ һорауы буйынса экспозицияның яңы вариантында уның тарихи өлөшө киңәйтелгән.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: