05:48 (UTC+5), 15 Сентября 2010

Белорет металлургия комбинаты етештереү күләмдәрен арттырыуҙы дауам итә

"Башинформ"
«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинаты метиз продукцияһы етештереү күләмдәрен арттырыуҙы дауам итә, бының менән «Мечел» Рәсәй метиз баҙарында алдынғылыҡты һаҡлай. Мәҫәлән, августа компанияның ассоциацияға ингән ике метиз предприятиеһы – Белорет металлургия комбинаты һәм Вяртсиль метиз заводы – тарафынан етештерелгән һәм һатылған продукцияның дөйөм күләме 54 мең тонна самаһы тәшкил итте, был 2009 йылғы шул уҡ осор күләмдәренән 45 процентҡа һәм 2010 июлендә етештерелгән күләмдән 4 процентҡа артығыраҡ.
Белорет металлургия комбинаты – Рәсәйҙең етештереү күләмдәрен тотороҡло арттыра барған иң ҙур метиз предприятиеларының береһе. Августа комбинат 44 мең тонна металл изделиелар һатты. Был предприятие эшләй башлағандан алып иң яҡшы етештереү һөҙөмтәһе. Прокат сығарыу өлөшөндә лә етештереү рекордына өлгәшелде. Августа 150-се Станда 55 мең тоннанан ашыу юғары сифатлы катанка етештерелде. Билдәле булыуынса, 2010 йылда Белорет металлургия комбинатында 624 мең тонна прокат һәм 450 мең тонна метиз етештереү планлаштырыла, был 2009 йылғы етештереү күләмдәренән 15 һәм 38 процентҡа күберәк.
2010 йылдың ноябрендә комбинатың производство ҡеүәттәре иретеп йәбештереү өсөн баҡырлы һәм асыҡ сым етештереү буйынса яңы ҡорамалдар менән тулыландырыласаҡ. Хәҙерге ваҡытта предприятиела был ҡорамалды монтажлауға әҙерләү буйынса эштәр башланды ла инде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика