Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2010, 10:25

Прокуратура бизнесменды законһыҙ тикшереүҙән яҡланы

Өфө эшҡыуары прокуратураға ялыу менән мөрәжәғәт итте: уға БР Экология министрлығы белгесе килеп, административ тикшереү үткәрә.
Әммә закон буйынса тикшереү хоҡуҡ тәртибен боҙоу асыҡланғандан һуң ғына үткәрелергә мөмкин. Әгәр инде контроллек итеүсе орган пландан тыш тикшереү планлаштырһа, ул прокуратура менән яраштырылырға тейеш, ә был осраҡта был эшләнмәй, тип хәбәр итә республика ведомствоһының матбуғат хеҙмәте.
Район суды законһыҙ тикшереү һөҙөмтәләре буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында вердикт сығарҙы һәм тейешле штраф һалды, ләкин Өфө Прокуратураһы был ҡарарҙы республиканың Юғары судында кире ҡаҡты.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: