06:11 (UTC+5), 14 Сентября 2010

Өфөлө канализация люктары менән мауыҡҡан

Ольга Мортазина
Баш ҡаланың Орджоникидзе районынан бер ҡайҙа ла эшләмәгән 30 йәшлек ир-егет үҙенсәлекле алым менән йәшәүгә аҡса тапҡан. Август дауамында ул канализация люктарының ҡапҡасын урлап көн иткән. Был кәсебенә ир, ғәҙәттә, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында сыҡҡан. ВАЗ-дың «Лада»һында ул кәрәкле канализация ҡоҙоғо янында туҡтап, меттал ҡапҡасты машинаһына тейәгәс, металл ҡабул итеү пунктына ашыҡҡан. Бер айҙа ул 20-нән ашыу канализация ҡапҡасын урлаған. Һәр трофей 200-ҙән 250 һумға тиклем тартҡан. Һуңынан енәйәтсе көндөҙ ҙә урлай башлай. Был һаҡһыҙлығы тиҙҙән һөҙөмтәһен бирә: осраҡлы шаһит машинаның номерын хәтерҙә ҡалдыра һәм сәйер водитель тураһында милицияға хәбәр итә. Участковыйҙар люктарға битараф булмаған ҡараҡты үҙенең фатирында ҡулға ала. Әлеге ваҡытта шик аҫтында булған был ир-егет ҡаланан ситкә сыҡмау тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйған, уға ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика