07:50 (UTC+5), 14 Сентября 2010

Өфөлә диалектологияның көнүҙәк проблемаларына арналған X төбәк конференцияһы үтәсәк

Марина Шумилова
22 сентябрҙә Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Йортонда, X «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» төбәк конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар – Рәсәй фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, БР Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.
Фәнни форум төрки, славян, фин-уғыр диалектологиялары проблемаһын, башҡорт теле диалекттарын өйрәнеү перспективаларын, диалект шарттарында туған тел һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Диалектологияның көнүҙәк проблемаларын тикшереүҙә Башҡортостан зыялыларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән телсе-ғалимдар ҙа ҡатнашасаҡ. Конференцияла ҡатнашыуға заявкалар Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ижевскиҙан, Чебоксарҙан килгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика