Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2010, 15:17

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе бер эшселәрен генә алдамаған

Ҡалтасы районының «Кизили» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе эш хаҡы түләмәүҙә һәм вазифаһын үҙ файҙаһында ҡулланыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
2010 йылдың июнендә прокурор тикшереүе «Кизили» хужалығында эш хаҡы буйынса дүрт миллион һумдан ашыу бурыс булыуын асыҡлай. Рәйес, бурысы тураһында белә тороп, 16 миллион һумды тауар ташыусыларға йүнәлтә. Бынан тыш, 2008 йылда суд приставтары эш хаҡы түләнмәүе буйынса ошондай уҡ эш асҡанда хужалыҡ рәйесе эш хаҡын ҡаплауҙы дәлилләүсе ялған белешмәләр күрһәтә. Уға ҡарата асылған эш ябыла, ә кешеләр аҡсаһын ала алмай.
Бар мәғлүмәттәрҙе йыйып, прокурорҙар материалдарҙы РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитеты Тикшереү идаралығының Нефтекама бүлексәһенә ебәргән. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, етәксене суд көтә.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: