09:20 (UTC+5), 10 Сентября 2010

Аҙ ҡатлы төҙөлөш торлаҡ баҙарына етди йоғонто яһарға һәләтле түгел

Рәсүл Хәмиҙуллин
Аҙ ҡатлы төҙөлөш торлаҡ баҙарында шау-шыу тыуҙырырға һәләтле түгел. Һәм бының бер нисә сәбәбе бар. Улар тураһында «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренең генераль директоры Елена Андреева һөйләй.
— Әгәр Өфөнө алһаҡ, аҙ ҡалы йорттар бында башлыса йылға аръяғында төҙөлә, шуға күрә был фатирҙар халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланмай, улар менән түбән хаҡтары арҡаһында ғына ҡыҙыҡһыналар, — тип аңлатма бирә ул. — Әммә был төҙөлөш этабында ғына. Ә төҙөлөп ятҡан йорттарҙы барыһы ла һатып алырға әҙер түгел . Икенсе проблема –инфраструктураның етерлек үҫешмәүе. Ул төҙөлөш тамамланғандан һуң ғына булдырыла, төҙөлөш башында уҡ булыуы яҡшыраҡ та бит. Йәнә коммуникацияларҙы йортҡа үҙеңә һуҙырға тура килә, ә был өҫтәмә сығымдар талап итә.
Белгес әйтеүенсә, аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫешенә ҡала эсендә ерҙәр етешмәүе һәм сағыштырмаса арзан торлаҡҡа мохтажлыҡ булышлыҡ итә.
— Ташламалы программаларҙың барыһы ла граждандарҙың айырым категорияларына ғына иҫәпләнгән. Ә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнөң әлегә баҙарға йоғонтоһо артыҡ һиҙелмәй, — тип дауам итә Андреева. — Әлеге ваҡытта ул беренсел баҙарҙа ғына ҡатнаша. Бындай торлаҡты һатып алыр өсөн кешенең ниндәйҙер йәшәрлек урыны булырға һәм ул яңы йорттоң сафҡа индерелеү ваҡытын аныҡ белергә тейеш. Әле иһә беҙ был объекттарҙы арзан хаҡлы төҙөлөш барған торлаҡтың билдәле бер сегменты итеп кенә ҡарайбыҙ. Күптәр иһә бөгөн йәшәү өсөн әҙер йорттар һәм фатирҙарға мохтаж.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика