18:09 (UTC+5), 07 Сентября 2010

Марсель Ҡотоев «Көнсығыш баҙар»ҙа уңыш ҡаҙанды

Билдәле башҡарыусы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев эстрада йырсыларының VI «Көнсығыш баҙары – 2010» халыҡ-ара телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Йырсы финалға үтте һәм гала-концертта сығыш яһау өсөн һайлап алынды.
Быйыл фестиваль Ҡара диңгеҙ буйында Ҡырымда үтте. Унда Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Грузия, Израиль, Индонезия, Ирландия, Латвия, Литва һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре ҡатнашты.
Йола буйынса ярыш ике турҙа үтте. Беренсе көндә эстрада эшкәртелеүендә - фольклор йырын, икенсеһендә теләк буйынса бер эстрада йырын башҡарырға кәрәк ине. Марсель Ҡотоев яҡшы сығыш яһап, финалсылар иҫәбенә инде.
Йомғаҡлау концертында жюри Гран-приға лайыҡлы кешене һайлай алманы, һөҙөмтәлә призлы урындар киләһе тәртиптә бүленде. Беренсе урынды «Бельбек» (Ҡырым, «Урал моно – 2010» конкурсында Гран-при алды) һәм «Кеш You» (Ҡаҙағстан) төркөмдәре яуланы, икенсе урынды Үзбәкстан һәм Украина вәкилдәре бүлеште, Израиль һәм Грузия башҡарыусылары өсөнсө урын алды.
Марсель Ҡотоев абруйлы конкурстың финалсы дипломы менән наградланды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика