15:00 (UTC+5), 07 Сентября 2010

Өфөлә республика уҡыусыларының фехтование буйынса Спартакиада ярыштары үтә

Дмитрий Слезин
Өфөләге Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы әҙерлек үҙәгендә республика уҡыусылары Спартакиадаһының фехтование буйынса ярыштары үтә.
Шәхси иҫәптә ҡыҙҙар араһында рапира буйынса турнирҙа призлы урындарҙы Өфөнөң Совет районы спортсылары алды: беренсе урында — Татьяна Голосеева (23-сө олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Элина Ибрагимова - икенсе (шул уҡ 23-сө спорт мәктәбе), Арина Грушина - өсөнсө (19-сы спорт мәктәбе).
7 сентябрҙә ҡыҙҙар араһында рапирала команда ярыштары үтәсәк, 8 һәм 9 сентябрҙә— егеттәр араһында рапирала шәхси һәм команда ярыштары, 11 һәм 12 сентябрҙә — шпагасы егеттәр араһында шәхси һәм команда иҫәбенә ярыштар.
Ярыштар 1994-1999 йылғы егет һәм ҡыҙҙар араһында үткәрелә.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерлек үҙәге һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика