Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
0
90.71
0
65.41
+0.88
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2010, 14:50
Өфөлә «Йәштәргә - эш!» акцияһы үтә
7 сентябрҙә Өфөлә XX «Йәштәргә - эш!» республика йәштәр акцияһы старт ала. Ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 14-17 сәғәттәрҙә үтәсәк. Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге ойоштора.
Акцияла предприятиелар, учреждениелар һәм төрлө милектәге ойошмалар ҡатнашасаҡ.
Эш табыуҙан тыш, йәштәр эшкә урынлашыу менән бәйле профориентацион ярҙам һәм юристар консультацияларын ала аласаҡ.
Йәштәр ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп бурыстары иҫәбендә - эшһеҙ йәштәр иҫәбен кәметеү, уларҙың хеҙмәт инициативаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусыларҙы даими һәм ваҡытлы эшкә урынлаштырыу, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүсе дәүләт органдарының һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреү.
«Йәштәргә — эш!» акцияһына республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ҡушыласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
акциялар
йәштәр
Читайте нас: