05:35 (UTC+5), 03 Сентября 2010

Өфө һәм Стәрлетамаҡта Бесландағы теракт ҡорбандары иҫтәлегенә акция үтә

Эльмира Сабирова
3 сентябрҙә, Бесландағы теракт ваҡытында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта «Аҡ таҫма таҡ» акцияһы үтә. Уны «Дорожное радио» менән берлектә Рәсәй Йәштәр Союзының республикалағы ойошмаһы - Башҡортостан Демократик йәштәр союзы ойоштора.
Акцияның маҡсаты – Бесланда һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2004 йылдың 1 сентябрендә Бесланда террористар мәктәпте баҫып ала. Өс көндән ашыу уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар енәйәтселәр менән бикләп тотола. Трагедия 300-ҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмерен өҙә, 500-ҙән ашыу кеше яралана.
— Башҡортостан демократик йәштәр союзы менән «Дорожное радио» акцияға ҡушылып, ҡала урамдарында активистарыбыҙ таратҡан аҡ таҫмаларҙың береһен беләккә тағып, Бесланда һәләк булғандарға, зыян күреүселәргә теләктәшлегегеҙҙе белдерергә саҡыра, — ти йәштәр ойошмаһының матбуғат секретары Антонина Уланова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика