06:55 (UTC+5), 03 Сентября 2010

БР буйынса Росреестр идаралығы балалар йортона ярҙам күрһәтте

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы вәкилдәре Өфөнөң 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен Белем көнө менән ҡотланы. Торлаҡҡа, торлаҡ булмаған объекттарға һәм ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Гришина ведомствоның коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлеге барышында йыйылған аҡсаларҙы балалар йорто директоры Дамир Фәйзуллинға бирҙе.
– Коммерция ойошмаһы булһынмы ул, дәүләттекеме - беҙ бөтә төр ойошмаларҙың да ярҙамына шатбыҙ, – тине Дамир Фәйзуллин. – Үкенескә күрә, быйыл беҙгә бюджет финанслауы ҡыҫҡартылды. Шуға күрә БР буйынса Росреестр Идаралығының ярҙамы бик урынлы буласаҡ, тәү сиратта сығарылыш кластарында уҡыған егеттәребеҙ өсөн, улар беҙҙә ун биш кеше.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар йортона аҡса тапшырыу тураһында ҡарар Идаралыҡтың коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса эш төркөмөнөң ултырышында ҡабул ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика