10:39 (UTC+5), 02 Сентября 2010

Нөгөштә наркотиктарҙы һүрәттәр һәм бейеүҙәр менән еңәләр

Ольга Мортазина
Наркоконтролдең төп бурыстары - наркомафия менән көрәшергә генә түгел, йәштәр араһында ҙур профилактик эштәр ҙә алып барырға. Мәләүез районының Нөгөш ауылында республика ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бергә «Сәләмәтлек маршруты» акцияһын ойошторҙо.
Белгестәр балаларҙы өс төркөмгә бүлде: кемдер бейеү майҙанында ҡалды, кемдер спортзалға йүнәлде, ә ҡалғандар эксперименталь ижади лаборатория булдырҙы. «Е-данс» студияһы заманса бейеү буйынса мастер-класс үткәрҙе, махсус тәғәйенләнеш отряды егеттәре балаларҙы һаҡланыу алымдарына өйрәтте, ә ижади майҙансыҡта психологтар балаларға, күҙ алдарына килтереп, ҡағыҙҙа бәхетле тормошто һүрәтләргә тәҡдим итте. Һәм, әлбиттә, был тормошта наркотиктарға урын юҡ ине.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика