11:04 (UTC+5), 02 Сентября 2010

Өфөлә «Интернет көнө 2010» ҡала байрамы үткәрелә

Любовь Колоколова
30 сентябрҙә Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә. Йола буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был дата уңайынан йыл һайын «Интернет көнө» ҡала байрамын үткәрә. Быйыл ул 1 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) үтәсәк.
Байрам ҡунаҡтары өсөн бихисап викториналар, конкурстар һәм бүләктәр менән мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Билдәле элемтә операторҙарының, программа тәьминәте һәм компьютер ҡорамалдары поставкалаусыларының күргәҙмә-презентацияһы ла ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар составы быйыл һиҙелерлек артҡан. Белгестәрҙән ҡайҙа һәм нисек интернетҡа тоташырға, ҡайҙа һәм ниндәй компьютер һатып алырға, ниндәй хеҙмәттәр уңайлыраҡ һәм башҡалар тураһында белешергә мөмкин буласаҡ.
Күргәҙмәнән тыш web-программалау, компьютер дизайны, видео-монтаж өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәрҙең мастер-кластары ла планлаштырыла.
Өфө хакимиәте байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһын да бушлай лотерея менән шатландырасаҡ, әйткәндәй, уның төп призы – ноутбук.
Тулыраҡ мәғлүмәт http://ufacity.info/internet_day/2010/ сайында йәки 279-05-09 телефоны аша.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика