12:30 (UTC+5), 02 Сентября 2010

БАГСУ фәнни ҡаҙаныштары өсөн наградалар менән билдәләнгән

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы яңыраҡ тағы бер тапҡыр әүҙем фәнни эшмәкәрлек алып барған юғары уҡыу йорто тип билдәләнде. 2009 йылда Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми китап конкурсы һөҙөмтәләре буйынса «Российская бюрократия и развитие порядка обращения граждан в органы власти в истории России» китабы өсөн академия профессоры Сергей Кабашов һәм «Коммерческая тайна и ее экономическая природа» китабы өсөн доцент Динара Пескова лауреат исеменә лайыҡ булды.
Конкурсҡа ғалимдарҙың уҡытыу методикаһы, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр, юриспруденция, экономика, менеджмент һәм маркетинг өлкәһендәге эштәре тәҡдим ителде. Эксперттар комиссияһы Рәсәйҙең 580 юғары уҡыу йортонан килгән дүрт меңдән ашыу заявканы ҡараған һәм алты номинацияла еңеүсене билдәләгән. Илебеҙҙең күренекле ғалимдарынан торған ойоштороу комитеты, Рәсәй вуздары, улар араһында БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ла бар, үҙҙәренең ғалимдары менән ғорурлана ала, тип билдәләне.
Иң яҡшы ғилми хеҙмәттәрҙе презентациялау быйылғы йылдың 7-8 сентябрендә Сочила үтәсәк Бөтә Рәсәй вуз фәндәре аҙналығы сиктәрендә үтәсәк. Сергей Кабашов менән Динара Пескованың китаптары Ватан мәғарифын үҫтереү фонды менән уҡыу процесында файҙаланыуға, Рәсәйҙә һәм сит илдә ҡайтанан баҫтырыуға тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика