07:17 (UTC+5), 01 Сентября 2010

Белем көнөндә Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылында яңы мәктәп менән социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Николай Ермоленко
Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды, унда спорт залы менән яңы мәктәп, ауыл Мәҙәниәт йорто һәм «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идара бинаһы инде. Берҙәм архитектура ансамблен тәшкил иткән комплекс «Башнефтепромстрой» тресы менән төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Уңышлы белем биреү һәм балаларҙың рухи үҫеше өсөн мәктәптең бөтә тейешле шарттары ла бар: йәш киҫәкҡайынлыларҙың һәйбәт йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, технология дәрестәре өсөн оҫтаханаһы, теген эше кабинеты, лингафон кабинеты, компьютер класы, иркен спортзалы буласаҡ. Кластарға һәм оҫтаханаларға һыуыҡ һәм йылы һыу үткәрелгән. Үҙәк асылыу уңайынан ауыл халҡының шатлығын хөрмәтле ҡунаҡтар – БР Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы һәм БР Хөкүмәте Аппараты вәкилдәре уртаҡлашты. Әммә иң ныҡ ҡыуанғаны балалар булғандыр. Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтовтың, иң дөрөҫ капитал һалыуҙар – ул балалар йөрәктәренә һәм күңелдәренә эшләнгәне, тип әйтеүе лә осраҡлы түгел.
БР Президент Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Зәки Насыров үҙенең телмәрендә, ауыл тарихына ҡыҫҡаса туҡталып, унда тыуып үҫкән билдәле уҡытыусыларҙың, ауыл хужалығы етәкселәренең исемдәрен телгә алды, — тип хәбәр итте «Яңауыл таңдары» гәзите. «Киҫәкҡайындың ғәжәп бай тарихы бар, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға мөмкин, - тине ул. – Һәм иҫ китмәле эшһөйәр, аҡыллы һәм талантлы кешеләр йәшәй бында. Тыуған ауылымда эшләгән йылдарымды мин ғүмеремдең иң бәхетле осоро тип иҫәпләйем. Ауыл тарихы дәрестәре яңы мәктәптә иң мөһимдәре булырға тейеш, әйҙә улар Белем көнөндә үтһен, буласаҡ ер хужалары үҙенең тарихын белергә тейеш».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика