Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2010, 16:58

Учалы районында ауыл советы башлығы ҙур суммала ришүәт алған сағында тотолған

Учалы районы Миндәк ауыл советы башлығына, ул шулай уҡ урындағы Совет депутаты ла, енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетының Тикшереү идаралығы.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2010 йылдың авгусында был кеше аукционһыҙ һәм башҡа төрлө бюрократик ҡаршылыҡтарһыҙ һыу ятҡылығы янында ер участкаһы һатып алырға теләгән граждандан 200 мең һум аҡса алған.
Ришүәт тапшырылғандан һуң хакимиәт башлығы БР буйынса Эске эштәр министрлығы оперативниктары менән тотолған, әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып барыла.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: