07:05 (UTC+5), 31 Августа 2010

Рөстәм Хәмитов йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләгәндәре өсөн муниципалитет башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса әүҙем эш алып барыуҙары, шулай уҡ 2009 йылда Рәсәй Федерацияһында хәрби иҫәпте иң яҡшы ойоштороу буйынса сморт-конкурстағы юғары күрһәткестәре өсөн республиканың бер нисә муниципаль берәмектәре етәкселәренә рәхмәтен белдерҙе.
Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби идара органдары, хәрби комиссариат бүлексәләре, ил субъекттарының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары менән үткәрелгән хәрби иҫәпте иң яҡшы ойоштороуға смотр-конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы 2009 йылда беренсе урын алды.
«Һеҙҙең был мөһим эшкә яуаплы ҡарашығыҙ илдең оборона һәләтен нығытыу, уның Ҡораллы Көстәренең хәрби әҙерлеген күтәреү мәсьәләләрен уңышлы хәл итеүгә нигеҙ булып тора», — тиелә Башҡортостан Президентының Рәхмәт хатында.
БР Президентынан Рәхмәт хаты алдылар:
Вәхит Әбдрәхимов — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы;
Ирек Сафин — Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы;
Хәйҙәр Шаһиев — Стәрлетамаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы;
Салауат Бәхтийәров — Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы;
Владимир Дмитрюк — Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы хакимиәте башлығы;
Илдус Әбсәләмов — Архангел районы муниципаль районының Арх-Латыш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Ғәйнулла Дәминов — Мәләүез районы муниципаль районының Нөгөш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Сергей Федоров — Белорет районы муниципаль районының Ломовка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Светлана Чугунова — Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының Казадаевка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Рәсәй Федерацияһының оборона министры Анатолий Сердюков бойороғо менән республиканың хәрби комиссариаты бүлеге начальнигы урынбаҫары А.Р.Бикмәтов Почет грамотаһы менән бүләкләнде, БР хәрби комиссариат бүлегенең Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы Е.М.Григорьеваға, Белорет һәм Белорет менән Бөрйән райондары буйынса бүлексәнең начальник ярҙамсыһы Н.Н.Домнинаға, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса бүлексәнең начальник ярҙамсыһы Д.А. Йәрмөхәмәтоваға рәхмәт белдерелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика