12:09 (UTC+5), 31 Августа 2010

Быйыл Башҡортостанда 16 уйын йорто ябылған

Рәсүл Хәмиҙуллин
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тыйылған уйын йорттарын асыҡлай. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың беренсе яртыһында ошондай 13 йорттоң эшмәкәрлеге туҡтатылған.
Контроль рейдтар барышында тикшереү буйынса 40 протокол һәм акт төҙөлгән, штрафтар суммаһы 623 мең һум тәшкил иткән.
Һуңғы тикшереүҙәр Өфөнөң Киров, Ленин һәм Совет райондарында үткәрелгән. Улар һөҙөмтәһендә йәнә өс уйын йорто ябылған. 57 уйын ҡорамалы берәмеге тартып алынған.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тыйылған уйын йорттарын, башлыса, башҡа төбәктәр халҡы, атап әйткәндә, Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләренән килгән кешеләр ойоштора. Еңел аҡса яратыусылар федераль закон менән тыйылмаған лотерея клубтары исеме аҫтында эш итә.
Психологтар фекеренсә, игромания — ауырыу, һәм наркоманиянан бер нимәһе менән дә ҡалышмай. Ул ҙур ауырлыҡ менән дауалана. Табиптар бындай сирлеләрҙең артасағын күҙаллай.
Уйын бизнесы менән көрәштә республика халҡынан Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына килгән мәғлүмәт тә әүҙем файҙаланыла. 229-73-03 телефоны аша һәр ваҡыт законһыҙ уйын йорттары хаҡында хәбәр итергә мөмкин.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика