18:40 (UTC+5), 27 Августа 2010

Сибайҙа төбәк-ара медицина үҙәге ойоштороласаҡ

Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы нигеҙендә Урал аръяғы төбәк-ара медицина үҙәген ойоштороу планлаштырыла. Был мәсьәлә көн элгәре Сибайҙа республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә тикшерелде.
Дауахана өсөн күптән түгел яңы корпус төҙөлгән. Әммә буш биналарҙы йыһазландырыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу менән бәйле мәсьәләләр әле һаман хәл ителмәгән. Башҡортостандың Урал аръяғынан ҡайһы берәүҙәр Магнитогорскиға медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итергә тура килә, тип ризаһыҙлығын белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов дауахана нигеҙендә төбәк-ара медицина үҙәген булдырыу мәсьәләһенә контроллек итеүҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтте.
— Үҙәкте ойоштороуҙа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Финанстар министрлығы, шулай уҡ БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әүҙем ҡатнашырға тейеш, - тине төбәк башлығы. — Йәнә төҙөлөш эштәрен тамамлау ваҡытын, кадрҙар менән тәьмин итеүҙе, үҙәкте республика ҡаҙнаһынан финанслау мөмкинлектәрен алдан хәстәрләргә кәрәк.
Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, бөгөн Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында дүрт бүлексә ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Шул иҫәптән бында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса төбәк-ара үҙәк, район-ара онкология бүлексәһе, травматология буласаҡ. Улар Урал аръяғы төбәк-ара медицина үҙәгенең нигеҙен тәшкил итәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика