07:30 (UTC+5), 27 Августа 2010

Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы музыкаль проект әҙерләй

Әлфиә Әһлиуллина
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы быйыл көҙ яңы музыкаль проект — «Алтын көҙҙөң моңдары» башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивален тәҡдим итәсәк. Уның презентацияһы 23, 24 сентябргә билдәләнгән.
Әйтергә кәрәк, тамашасылар менән осрашыуға филармонияла етди әҙерләнәләр. Музыкаль фестивалдә ҡатнашыуға тиҫтәләгән артистар саҡырылған. Улар араһында Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Азамат Тимеров, Зифа Нагаева, Нурия Абдуллина, Наил Шәймәрҙәнов, Альберт Шаһиев, Фән Вәлиәхмәтов, Радик Вәлмөхәмәтов, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Лилиә Биктимерова, Фәрүәз Урманшин, Венера Рәхмәтуллина, Рушан Биктимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән һәм Зилә Усмановтар, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар һәм башҡалар бар.
Тамашасы улар башҡарыуында популяр халыҡ, композитор һәм автор йырҙарын ишетәсәк.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, яңы проект ике туғандаш халыҡ араһындағы дуҫлыҡты нығытырға, берләшергә саҡыра.
— Был концерт-фестиваль артабан матур йолаға әйләнер, тип ышанабыҙ. Йыл һайын ул ижади яҡтан үҫһен һәм тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырһын, - ти проект режиссеры Салауат Итбаев.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика