14:49 (UTC+5), 25 Августа 2010

ӨДНТУ инновацион инфраструктура үҫешенә дәүләт ярҙамы аласаҡ

Эльмира Сабирова
Инновацион инфраструктура үҫеше өсөн ҡаҙнанан субсидиялар алыуға конкурста еңгән илдең 56 юғары уҡыу йорто исемлегендә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар. Был турала РФ Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Еңеүселәрҙе вуздың һуңғы өс йылдағы фәнни, белем биреү һәм инновацион потенциалын анализлау һөҙөмтәләре һәм улар нигеҙендә тәҡдим ителгән үҫеш программалары буйынса конкурс комиссияһы билдәләгән. Еңеүселәр иҫәбе буйынса алдынғы урында – Үҙәк федераль округы – 20 юғары уҡыу йорто. Икенсе урында Себер федераль округы – һигеҙ юғары уҡыу йорто, өсөнсөлә – Волга буйы һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары ( етешәр юғары уҡыу йорто).
Конкурста 59 төбәктән йәмғеһе 199 мәғариф учреждениеһы ҡатнашҡан.
Дәүләт ярҙамын финанслауҙы 150 миллион һумға тиклем күләмдә смета буйынса өҫтәмә бюджет ассигнованиелары рәүешендә йәки бер йылдан өс йылға тиклем субсидиялар формаһында ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Федераль бюджет средстволарының дөйөм күләме был йүнәлеш буйынса 2010-2012 йылдарҙа 8 миллиард һум тәшкил итәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика