Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.96
+0.12
82.97
+0.42
76.16
-0.54
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2010, 18:14

Тәлғәт Рахманов вафат булды

2010 йылдың 24 авгусында Социалистик Хеҙмәт Геройы, күренекле партия хеҙмәткәре, КПСС-тың Илеш райкомының элекке беренсе секретары Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 91-се йәшендә вафат булды.
Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов 1920 йылдың 15 июнендә Исмаил олоҫоноң (хәҙерге Илеш районы) Маншыр ауыл Советы Абдулла ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1940 йылдың йәйендә ул уҡытыусы дипломын алып, ете йыллыҡ мәктәп уҡытыусыһы сифатында Илеш РОНО-һы ҡарамағына юллана, 1940 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Рядовой Рахманов Хабаровск округы НКВД-һы ғәскәренең сик буйы отрядына билдәләнә. 1941 йылдың мартында ул отделение командиры итеп тәғәйенләнә, тиҙҙән застава комсоргы итеп һайлана. Япония милитаристарына ҡаршы һуғышҡанда ҡаһарманлығы, хәрби батырлығы өсөн Тәлғәт Рахманов “Японияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
1946 йылда демобилизацияланғандан һуң Тәлғәт Лотфулла улы партияның Илеш райкомында пропагандист, унан һуң секретарь һәм икенсе секретарь, район халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе, ә 1962 йылдан алып 1987 йылда пенсияға сыҡҡансы КПСС райкомының беренсе секретары булып эшләй.
Ошо йылдарҙа Илеш районы байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. 70 - 80-се йылдарҙа район эшсәндәре уңыш артыу темпы буйынса илдең күп кенә алдынғы райондарын артта ҡалдырып, һәр гектарҙан 25-30 центнер иген ала. Дәүләт бураларына йыл һайын 80-100 мең тонна иген һалына. Колхоздар иң юғары рентабеллелек кимәленә эйә була, ит, йомортҡа етештереү буйынса республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Тәлғәт Рахмановтың хеҙмәттәре лайыҡлы баһалана. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культуралары етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары, шулай уҡ техниканы юғары етештереүсәнле файҙаланған өсөн 1966 йылдың июнендә уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул Социалистик Хеҙмәт Геройының “Ураҡ һәм сүкеш” алтын миҙалы, өс Ленин ордены, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бик күп миҙалдар, Почет грамоталары, “СССР халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе һәм “СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә.
Тәлғәт Лотфулла улы КПСС-тың ХХIII - ХХVI съездары, III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты була. Башҡорт АССР-ының 5 - 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, БАССР-ҙың 6-сы һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы, Президиум рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, РСФСР-ҙыңњ 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.
Тәлғәт Лотфулла улы тырыш, көслө һәм дәртле кеше булды. Ул юғары талапсанлыҡ һәм профессионализм, кешеләргә итәғәтле һәм иғтибарлы мөнәсәбәт менән айырылып торҙо.
Оҫта етәксе, республиканың сағыу патриоты, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше – Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми кешеләр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.
Автор:"Башинформ"
Теги:хәтер
Читайте нас в