07:10 (UTC+5), 24 Августа 2010

Өфө ветерандары ремонт тамамланыуын көтә

Евгений Рәхимҡолов
Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының 390 фатирында планлаштырылған ремонт эштәре әле һаман тамамланмаған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, фатирҙарҙың күбеһендә ремонт башҡарылған, әммә 24 ветеран һаман үҙенең сиратын көтә. Мәҫәлән, Калинин районында - биш фатирҙа, Киров районында - өс фатирҙа, Совет районында дүрт фатирҙа ремон эштәре дауам итә.
Павел Качкаев ремонт өсөн яуаплы кешеләргә эштәрҙе йылытыу миҙгеленә тиклем тамамларға ҡушты.
— Бөтә ветерандарҙың фатирҙарында ремонтты 15 сентябргә тиклем эшләп бөтөргә кәрәк. Был эштең оҙайлы характер алыуына юл ҡуйырға ярамай, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика