Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2010, 14:54

«Динамо» етем балаларға байрам ойоштора

26 августа БР Балалар фонды менән берлектә Башҡортостан Республикаһының "Динамо" физкультура-спорт йәмғиәте сираттағы социаль акцияһын үткәрә. Был юлы ул Дәүләкән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн ойошторола.
Балалар байрамы программаһы республиканың баш ҡалаһы Өфөгә мауыҡтырғыс сәфәрҙе күҙаллай. Балаларҙы Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына, "Динамо" спорткомплексына сәйәхәт, татлы һый көтә, тип хәбәр иттеләр "Башинформ" агентлығына "Динамо" физкультура-спорт йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Хәйриә акцияһы "Динамо – етем балаларға” бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: