16:12 (UTC+5), 20 Августа 2010

Өфөнөң махсус тәғәйенләнеш отряды яугирҙарына Рәсәй Геройы исеме бирелде

Ольга Мортазина | фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы
Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Өфөләге 29-сы отряды спецназсылары Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был майор Николай Злобин, лейтенант Павел Петрачков (үлгәндән һуң).
Злобин менән Петрачков 2010 йылдың 4-5 февралендә Чечняла хеҙмәт иткән ваҡытта батырлыҡ күрһәтә: Өфөнөң «Булат» отряды Урус-Мартан районында боевиктарҙың нығытылған ҡышҡы базаһын таба. Ҡаты алыш башлана, уның барышында махсус тәғәйенләнеш төркөмөнөң 30 йәшлек командиры Павел Петрачков һәләк була. Ул базаға граната ташларлыҡ араға яҡынлаша, уны ырғыта һәм ике пуля шул уҡ секундта уның күкрәген һәм башын тишеп үтә.
Операция менән етәкселек иткән майор Злобин отрядҡа ситкә, уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк һыҙыҡҡа китергә приказ бирә, ә үҙе яугирҙарын ҡапларға тороп ҡала. Офицер күкрәгенә ауыр яра ала, әммә атышыуын дауам итә. Спецназсылар кире килеп, командирҙарын уттан алып сыға, ә хәрби табиптар уның ғүмерен ҡотҡара.
Ошо уҡ яуҙа радиоразведка расчеты начальнигы 33 йәшлек өлкән прапорщик Айрат Ғәләүов, 22 йәшлек егеттәр - махсус тәғәйенләнеш отрядының штурм отделениеһы командиры, кесе сержант Илгиз Ғасимов һәм штурм отделениеһының уҡсыһы ефрейтор Антон Байгозин һәләк була. Өфө отрядының йәнә дүрт яугиры яралана.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика