12:31 (UTC+5), 18 Августа 2010

Әл-Әзһәр студенттары Башҡортостанда практика үтә

Евгений Рәхимҡолов
«Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетында (Мысыр) белем алған беҙҙең республика студенттары тыуған илендә йәйге практика үтергә ҡайтты. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты йүнәлтмәһе буйынса улар Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ишембай, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондарына барып, урындағы имамдар эшендә ярҙам итә башланы.
Йәйге практика үткәндән һуң студенттар БР мосолмандары Диниә назаратына уның тураһында тулы отчет бирергә, шулай уҡ үҙҙәре башҡарған уҡыу әсбаптары тәржемәһен һәм имамдарҙан алынған баһаламаны тапшырырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта “Әл-Әзһәр” университетында беҙҙең республиканан 50-гә яҡын студент белем ала, араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Әммә, үкенескә күрә, матди проблемалар арҡаһында уларҙың барыһы ла йәйге практикаға ҡайта алмай. Ҡайһы берәүҙәр, өйөн күрмәйенсә, уҡыу йылдарын тулыһынса сит илдә үткәрергә мәжбүр.
Әл-Әзһәрҙә уҡыған беҙҙең студенттарға сит илдә Башҡортостанды презентациялау кеүек мөһим миссия ла йөкмәтелгән. Яҙғыһын, мәҫәлән, студенттар Мысырҙа төбәгебеҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә бағышланған күргәҙмәләр серияһын үткәрҙе. Был, үҙ сиратында, ғәрәп донъяһында илдең һәм республиканың имиджын күтәрергә булышлыҡ итте.
БР мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре һәм республиканың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре беҙҙең студенттарҙа даими ҡунаҡта була. Миҫал өсөн, яҙғыһын Ҡаһирәләге Башҡортостан студенттарын БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, Кинйә Арыҫланов исемендәге Хәйриә фонды вице-президенты Салауат Юлбарисов, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Фоторәссамдар союзы рәйесе Рәмил Килмәмәтов һәм республиканың бер нисә йәмәғәт эшмәкәре барып күрҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика