Ошо көндәрҙә Республика клиник онкология диспансерына нигеҙ һалыныуына 65 йыл тула. 1945 йылда БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Республика клиник дауаханаһы нигеҙендә Республика онкология диспансеры ойошторола. Ул ваҡытта унда 50 койка-урын була.
Республика онкодиспансеры бөгөн — Рәсәйҙәге бындай профилдәге иң ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, унда 600 койка булдырылған һәм 12 профилле клиник бүлексә бар. Йыл һайын бында 11 мең пациент хеҙмәтләндерелә, юғары медицина технологияларын ҡулланып, ете меңдән ашыу ҡатмарлы операция яһала.
Көндәлек хеҙмәт менән онкодиспансерҙа оло дата ла онотолмаған. Диспансерҙың юбилейына, шулай уҡ СССР-ҙа онкология хеҙмәте ойошторолоуына 65 тулыуға арналған саралар бында яҙҙан алып үткәрелә, тип һөйләне “Башинформ” агентлығына диспансерҙың баш табибы Владимир Ручкин. Апрелдә, мәҫәлән, Республика клиник онкология диспансерында онкология мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы үткән. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан әйҙәүсе белгестәр, Башҡортостан табиптары – йәмғеһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Владимир Ручкин әйтеүенсә, Башҡортостан медиктарының Рәсәйҙәге хеҙмәттәштәре менән уртаҡлашыр нәмәһе күп. Республика онкология диспансеры табиптары бер нисә йыл рәттән йыл һайын үтеүсе бөтә Рәсәй “Йыл табибы” конкурсында “Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы” номинацияһында еңеп сыға.
—Премияның булдырылыуына туғыҙ йыл, ә Республика онкодиспансеры табиптары дүрт тапҡыр уға лайыҡ булды, — ти Владимир Николаевич.
Шулай ҙа быйылғы йәйҙә Республика онкология диспансерының хирургия корпусы асылыуын баш табип юбилей йылының төп ваҡиғаһы тип атаны.
Туғыҙ мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы бинала хирургия блогы, реанимация бүлеге, рентгенология, эндоскопия һәм стерилизациялау бүлектәре, лабораториялар урынлашҡан. Корпус башҡа биналар менән ер өҫтө үткәргесе менән тоташтырылған.
Объект төҙөлөшөндә бер миллиард 200 миллион һум үҙләштерелгән. Шуларҙан 630 миллионы – заманса медицина ҡорамалдарының хаҡы, улар арҡаһында табиптарҙың онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәре барлыҡҡа килгән. Улар үҙ урынын алған һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла.
—Дауалау кабинеттары уңайлы мебель менән йыһазландырылды, палаталар иң юғары стандарттарға яуап бирә. Шулай уҡ бында ошондай биналар төҙөлөшөндә тәүге тапҡыр йылытыу, елләтеү һәм һауа алмаштырыуҙың махсус системалары ҡулланылды.
Республика онкодиспансеры өсөн юбилей йылы сиктәрендә көтөлгән киләһе сара — һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше мәсьәләләре буйынса республика Советы ултырышында ҡатнашыу.
Республика клиник онкология диспансерының баш табибы әйтеүенсә, Башҡортостанда онкология ауырыуҙарының күрһәткесе Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда тотороҡло булып ҡала. Уҙған йылда яман шеш ауырыуы йөҙ мең кешегә 275,7 осраҡ тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта республиканың 70 мең кешеһе иҫәптә тора.
Әммә республикала, бар донъялағы кеүек үк, онкология ауырыуҙары иҫәбенең артыу тенденцияһы һаҡлана. Башҡортостан буйынса был күрһәткес йыл һайын 0,5% тәшкил итә.
— Республика онкодиспансеры юбилейына арналған байрам саралары йыл дауамында үтәсәк, — тине Владимир Ручкин. Көҙгөһөн, мәҫәлән, Республика клиник онкология диспансерында илдең алдынғы белгестәре ҡатнашлығында тантаналар үткәреү ҡаралған.